14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 34
14 декабрь – Башҡорт теле көнө! Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.
Бөгөн Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә лә М.Аҡмулла тормош юлына һәм ижадына бағышланған 6-сы класс уҡыусылары менән берлектә берҙәм дәрес уҙҙы.
Башҡорт телебеҙ, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Халҡыбыҙҙың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү!