Башҡорт теле
Декабрь 13, 2023
Просмотров: 27
4 – 14 декабрь көндәрендә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөнә арналған Башҡорт теле марафоны бара. Ошо йәһәттән ойошторолған саралар сиктәрендә Саҡмағош 1-се урта мәктәбендә М. Аҡмулла йәки Р. Бикбаев ижадтарына арналған “Шиғыр һөйөүселәр” конкурсының район этабы дистанцион форматта үтте. Остаз йылы уңайынан, ҡатнашыусыларға парлап (“Уҡытыусы-уҡыусы”) йәки яңғыҙ (“Уҡыусы”) һөйләү өсөн ике номинация тәҡдим ителде:
1. М. Аҡмулла һәм Р. Бикбаев шиғырҙарын яттан һөйләү.
2. Тема буйынса үҙе ижад иткән шиғырҙы яттан һөйләү.
Бар ҡатнашыусылар ҙа тырышып ятлаған. Конкурс булғас, еңеүселәр ҙә була.
“М. Аҡмулла йәки Р. Бикбаев шиғырҙарын яттан һөйләү” номинацияһы буйынса Тимашева Эльнара (Иҫке Ҡалмаш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы) III урынды яуланы. Етәксеһе Сухова И.Ф.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Илебеҙ тыныс булһын!
Көнөбөҙ яҡты булһын!
Телен, илен һаҡларҙай
Киләсәк быуын үҫһен!